+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
21 Марта 2022, 10:35

Һаумы, яҙ!

Хәким ҒИЛӘЖЕВ

 

Ер өҫтөнә ҡыйыҡтарҙан төшөп,

Тыпылдаша тәүге тамсылар.

Иркен атлап бара һәр бер кеше

Һәм йылмая,яҙҙы ҡаршылап.

 

Ҡайын суҡтарында бөрө тула,

Бөрөләрҙән аңҡый бал еҫе.

Бындай саҡта,гүйә, шиғыр тыуа,

Һәр йөрәктең килә һөйләйһе.

 

Был тойғоно шулай кемдәр генә

Кисермәгән яҙғы иртәлә…

Һәм кешеләр уны ябай ғына

Яҙ тойғоһо тиеп йөрөтәләр.

 

Үҙ ташҡынын көткән йылға кеүек,

Йөрәк ярһый,йөрәк елкенә.

Ашҡына ул,яҡты нурҙар һибеп,

Йәйрәп ятҡан ҡырҙар иркенә.

 

Мин тауҙарға менәм – яҡты ергә!

Ғүмерем кеүек яҙҙы ҡаршылап.

Һаумы,ҡояш,

Һаумы,яҙғы елдәр,

Һаумыһығыҙ,тәүге тамсылар.

 

Фото: https://yandex.ru/images/search?fro

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас