Тамсы йоҡонан уятты.
Тамсы - яҙ хәбәрсеһе.
Ҡыш бабай уның атаһы,
Ә Яҙһылыу - әсәһе...
...Бәләкәй генә тамсыға
Һыйған Ерҙең бар йәме.
Йәнләндергәс, йәмләндергәс,
Барҙыр, тим, уның йәне.
Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН.
Фото: https://vesti-ua.net/uploads/posts/20