

Иң оҙон уҡыу сиреге
Артта ҡалды.
Зиһендәрен эшкә егеп
Уҡыусылар
Көсөн һалды.
Тик тырыштар ташҡа ҡаҙаҡ
Ҡаға алды,
Йөҙҙәре шат, күңеле көр -
Яҡшы баһа
Улар алды.
Көтөп алған каникулы
Балаларҙың,
Арынырҙар әле улар,
Оноторҙар
Арыуҙарын.
Файҙалы ла, күңелле лә
Үткәрерҙәр
Ял көндәрен. Һуңғы сирек
Башланыуға
Туплар улар бар көстәрен!
Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡунҡаҫ мәктәбе.