+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
27 Март 2022, 06:20

Театр - тормош!

 

Театр – нур! Ҙур сәхнәнән

Йылмайып, көлөп тора!

Болоҡһоған күңелдәрҙе,

Булған бар мәшәҡәттәрҙе

Бик күпкә оноттора!
 

Театр ул үткер генә,

Осло ғына бер ҡәләм!

Һөйөнөслө, көйөнөслө,

Мөхәббәтле, бөтмәҫ хисле –

Һыйған уға бар ғаләм.
 

Театр ул ҙур бер көҙгө,

Ул – тормош күренеше!

Нисек барбыҙ, шулай итеп,

Арттырмай ҙа, кәметмәй ҙә

Күрһәтә һине, мине!
 

Театр – тормош! Театр – зал!

Театр ул – тамаша!

Кереп китеп эстәренә,

Ҡайҙа ысын, ҡайҙа ялған,

Аңлай алмай аҙашам.
 

Театр бит бик актуаль

Мәсьәләләр күтәрә.

Ситләтелеп әйтелгәнде

Кемдер аңлап етмәһә лә,

Күптәр аңлай, үҙгәрә.
 

Берәү – белһә лә белмәмеш,

Күрмәмеште хуп күрә,

Һәүетемсә йәшәй бирә.

Көсө булғас, аҡыл ниңә?!

Үҙ – үҙенә ул түрә!
 

Театрҙа күрһәтелә

Тормоштоң бар яҡтары.

Әле генә шашып көлһәң,

Ҡапыл ғына алмаштыра

Хәсрәте, һағыштары.
 

Театр – күпер! Тоташтыра

Үткәнде, киләсәкте.

Парһыҙҙар йәрҙәрен таба,

Татыу ғаиләһен ҡора,

Бер итә күрәсәкте.

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Миәкә районы, Күл-Ҡуңҡаҫ ауылы.

Фото: https://musichallspb.ru/content/uploadim

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас