

Һөйөүөмдең яҙы килде,
Артта ҡалды аҡ ҡыштары.
Шаулай-гөрләй ағып китте
Гөрләүеге шатлыҡтарҙың.
Күңелдәге боҙҙар ирей,
Тойғоларҙан ҡар юғала:
Йөрәгемдең һәр тамырын
Үтәләйгә наҙ һуғара.
Хистәрҙең көн битләүендә
Моронлай ҙа умырзая
Оя-оя бәпкә яра!-
Түгел һис тә ғүмер зая.
Елбәгәйҙәй еңеләйә
Уйҙарҙағы ауырлыҡтар.
Һағыштарҙың болоттары
Ләйсән булып яуырлыҡтар.
Мөхәббәттең бөрөләре
Бына-бына япраҡ ярыр.
Сәскә атҡан ҡараштарым
Бар донъяға һөйөп бағыр.