+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
31 Март 2022, 08:50

Ғүмер миҙгеле

Ғүмер миҙгелеҒүмер миҙгеле
Ғүмер миҙгеле

 

Ҡыш менән яҙ, ана, тышта,

Эй, һуғышып йөрөйҙәр.

Ҡар бөртөктәре һауала

Осҡан көйө ирейҙәр.

 

Күҙ йәштәре тама ергә.

Ҡыш илай, ә яҙ көлә.

…Мөхәббәт ғүмер миҙгелен

Ҡыш менән яҙға бүлә.

 

Һинһеҙ мин – аҙашып күктә

Йөрөгән ҡар бөртөгө.

Һинең янда – яҙ йылыһы

Ярған имән бөрөһө.

 

Фәрүәз Сәйфуллин.

Фото: https://puzzleit.ru/files/puzzles/181/18

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас