

Яңы тыуған сабый кеүек
Яҙҙың һулыш алышы:
Күңелдәргә өмөт һала
Гөрләүектәр ағышы.
Күрер күҙҙе ҡамаштыра
Көндөң аяҙ сафлығы.
Йәйғор төҫтәрендә балҡый
Ер-әсәнең шатлығы.
Иркә елдәр тәбрик итә
Ҡояштың нур инешен.
Көндән-көн нығый төҫлө
Яҙҙың йөрәк тибеше.
Яҙҙың гөрләп килеүенән
Бар тереклек уяна.
Ә балалар: «Каникул!» – тип
Икеләтә ҡыуана.
Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.