+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
3 Апреля 2022, 10:35

Боронғо ай исемдәре

Нияз СӘЛИМОВ

 

Борон-борон замандарҙа

Нисек аталған айҙар? –

Тип һораны ағайымдан

Алты йәштәге Айҙар.

 

 – Әйҙә, Айҙар, улай булғас,

Тыңла Азат ағайҙы.

Ҡыштың, яҙҙың, йәйҙең, көҙҙөң

Нисек булған айҙары?

Ғинуар

– Үтә һалҡын йыл башында
Өшөй һымаҡ хатта ай.
Ун бер айҙан ҡарҙар йөкмәп
Килеп етә һыуығай.

Февраль

Һыуығайҙы оҙатҡас та
Килеп тә етә шат ай.
Бит-ҡулдарҙы өшөтөргә
Аптырап тормай шаҡай!

Март
Шат күңелле шаҡай киткәс,
Ишекте шаҡый был ай.
Аҡман-тоҡман менән ялмай
Бар донъяны буранай.

Апрель
Ҡояш нуры көсәйгәс тә
Күбәйә ала ҡарға.
Тәүге тамсы – яҙ сәләме,
Һаумы, яҙ, алағарай!

Май
Эй, йәшәрә донъя! Ҡоштар
Нисек түҙһен һайрамай?
Икмәк булһын тип баҫыуҙа
Иген сәсә һабанай.

Июнь
Яландарҙа – ҡуйы үлән,
Һыйырҙар көтә атай.
«Һөт-ҡаймаҡ бирә, – ти әсәйем, –
Бигерәк йомарт һөтай».
Июль
Етте йәйҙең ҡап уртаһы,
Бигерәк эҫе, ай-ай!
Һыу инәбеҙ, эй, кинәнеп –
Ярата беҙҙе майай.
Август
Ашлыҡ бешкән! Булмай, тимәк,
Баҫыуҙарҙы урамай.
Булһын икмәк, тип тырыша
Һәләк уңған урағай.
Сентябрь
Уңыш йөкмәп арбаһына
Килеп етте һары ай.
Әбейҙәрҙең сыуағына,
Эй, һөйөнә һарысай!
Октябрь
Йәшел күлдәктәрен һалмай
Бары шыршы-ҡарағай.
Барса ҡалған ағастарҙы
Сисендерә ҡарасай.
Ноябрь
Аҡ келәмен яландарға
Түшәп ҡуйҙы фырт ағай.
Ап-аҡ булһын донъялар,
Тип тырыша ҡырпағай.
Декабрь
Ҡар бәрешә ике малай –
Юламан менән Юлай.
Бик ярата балаларҙы
Һуңғы был ай – аҡъюлай.

Фото: https://u.9111s.ru/uploads/202009/16

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас