+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
3 Апреля 2022, 07:40

Яҙ йәме

Сафуан ӘЛИБАЙ

 

Тамсы уятҡас, тәүге гөрләүектәр

Сылтырашып юлға сыҡтылар;

Киләсәген уйлап, ала ҡарға

Тубырсығын ҡоя шыршылар.

 

Бөтөрөлөп йөрөй, ҡаурый ҡабып,

Сәпсектәр ҙә ҡыйыҡ-түбәлә;

Ҡанаттарын яҙа, көнгә бағып,

Боҙға ҡуша туңған күбәләк.

 

Йылғала һыу боҙ-ҡабығын сиртә,

Морон төртөп сығыр бәпкәләй;

Егет һәм ҡыҙ һуңғы ҡар өҫтөнә

Исемдәрен һыҙа иркәләп.

 

Оҙон-оҙон ҡышҡы кистәрҙән һуң

Бик көттөрөп кенә ҡайта яҙ.

Бейер сағын һағынып көтөп йөрөй

Һыу буйында яңғыҙ ата ҡаҙ.

 

Фото:https://www.kleo.ru/img/articles/2015

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас