+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
7 Апрель 2022, 07:10

Йәмле төбәк

 

Эй, яратам тәбиғәттең

Гүзәл күренештәрен.

Улар, гүйә, йола үтәп,

Башҡара үҙ эштәрен. 

 

Көҙ донъяны һары төҫкә

Буяй бик тә ашығып.

Елдәр иҫеп, япраҡ яуһа,

Ҡуямын һағышланып.

 

Оҙаҡламай сихри ҡыш та

Көттөрмәй килеп етә.

Тәңкә-тәңкә ҡарҙар һибеп,

Уҫал елдәре өтә.

 

Донъя терелә, йәнләнә,

Үткәс оҙон, һалҡын ҡыш.

Эй, шатланам, ҡанатланам,

Юғала моңһоу һағыш.

 

Ғәзиз Башҡортостанымдың

Йәмле бөтә төбәге.

Шуға, бәлки, һәр миҙгелдең

Бар үҙ төҫө, биҙәге.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

 

Фото: https://sun9-63.userapi.com/92H

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас