-21 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
12 Апрель , 14:45

Сыйырсыҡтар килде

 

Сыйырсыҡтар килде, күрҙегеҙме?

Һайрап уяттылар таңдарҙа.

Бәпесләгән йәш әсәләй, гүйә,

Бөрө сиртте Димдә талдарҙа.

 

Сыйырсыҡтар килде, нота булып,

Теҙелгәндәр, ана, сымдарға,

Тыуған ергә ҡайтыу - оло шатлыҡ,

Моң тарала ялан-ҡырҙарға.

 

Сыйырсыҡтар килде, ояларын

Һағынғандар инде өҙөлөп.

Бала сығарырҙар оҙаҡламай,

Ҡанат нығытырҙар теҙелеп.

 

Һыҙғырып та ҡуя шатлығынан,

Сәләм юллап ҡанат ҡағына.

Йәмле яҙҙар килә ҡойоноп ҡына,

Сыйырсыҡтың дәртле моңона.

 

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА,

Өфө ҡалаһы.

Фото: https://erbirds.ru/photos/011

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в