

Ҡояшҡай йылмайып
Бик оҙаҡ ҡараны,
Нурҙары менән ул
Аҡ ҡарҙы тараны.
Ҡар өҫтө әйләнде
Әкиәт иленә,
Мең төҫтә сигелгән
Балаҫтай күренә.
Ынйылар һикереп
Шат уйын ҡоралар,
Ҡыйыҡтан уҙышып
Тамсылар тамалар.
Ә тауҙар ҡаранан
Таҡыя кейгәндәр,
Ҡупшынан кейенеп
Кемделер күҙләйҙәр.
Бейектән ҡарағас,
Бик күпте күрәлер:
Һаҡ баҫып наҙлыҡай
Яҙһылыу киләлер!
Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.
Миәкә районы, Күл-Ҡуңҡаҫ ауылы.