+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
15 Апрель 2022, 10:55

Мин - башҡортмон!

 

Мин - башҡортмон!

Телем шундай гүзәл,

Тамырҙары уның тәрәндә.

Башҡорт рухы һеңгән йөрәгемә,

Башҡорт ҡаны аға тәнемдә.

 

Мин - башҡортмон! Йәндәй ғәзиз телем,

Тәү ауазым һинән асылған.

Башҡорт тигән тамға ҡарында уҡ

Алтын һандар менән баҫылған.

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.

Өфө ҡалаһы.

Фотола: Альбина Муллағолова балалары Әлиә, Элина, Байморат һәм Нурзәлиә менән.

#МиллиКейемКөнө2022 #ДеньНациональногоКостюма2022

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас