+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
19 Апреля 2022, 10:25

Умырзая

  

Умырзая - яҙ сәскәһе,

Яҙҙың тәүге шатлығы. 

Һинең йөҙөңдә күрәмен

Яҙғы ҡояш яҡтыһын.

 

Умырзая ҡар ҡатламын

Ярып сығыр көс таба.

Йөрәгемдәге бар хистәр

Ағыла һиңә табан.

 

Һин бит минең умырзаям,

Һин - йәшлегем сәскәһе.

Умырзая менән һиңә

Бәйләнгән киләсәгем.

 

Умырзая түгел зая,

Унан яҙ наҙы тама.

Һин - яҙ, ә мин - умырзая,

Һөйөүем тамырлана.

Кинйәғәли АБДУЛЛИН.
Күмертау ҡалаһы.

Фото: https://img-fotki.yand

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас