+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
21 Апрель 2022, 07:40

Аҡ ҡайын

 

Өй артында моңһоуланып,

Үҫә яңғыҙ аҡ ҡайын.

Бөрөләнеп япраҡ яра,

Сафлыҡ бөркөп яҙ һайын.

 

Һылыу булып күренһә лә,

Бар уның да ҡайғыһы.

Һөйгән йәре янында юҡ,

Бары үҫә яңғыҙы.

 

Япраҡтары шыбырлаша

Дәртле ел иҫкән һайын.

Баҡсама матур йәм биреп,

Ҙур булып үҫ, аҡ ҡайын!

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.

Өфө ҡалаһы.

Фото: stihi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас