+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
22 Апрель 2022, 10:35

Умырзая

 

Умырзая! Төҫкәйҙәрең ниндәй?

Күҙкәйҙәрҙең яуын алырлыҡ!

Төҫтәреңде күҙем алмаһына

Һөрмә генә итеп яғырлыҡ!

  

Умырзая! Йәшәү көсөң ниндәй?

Тау-таштарҙы ярып сығырлыҡ!

Һине тағы күрер өсөн генә

Ер йөҙөнә ҡабат тыуырлыҡ!

Умырзая! Һин бит йырып сығаң

 

Уҫал ҡыштың зәһәр көрт-ҡарын!

...Ҡыштарҙан һуң көләс яҙҙар килә,

Һағыштан һуң мотлаҡ бәхет көлә:

...Мин беләмен Ерҙә Һин барын!..

Айзилә Мортаева.

 

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас