+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
24 Апреля 2022, 07:25

Ҡурай

 

 

Сал быуаттар аша моң ағыла,

Тетрәндереп Урал буйҙарын.

Бормаланған оҙон юлдар кеүек,

Алыҫтарға китә уйҙарым.

 

Был бит ҡурай! Ябай ҡырлы ҡурай!

Башҡортомдоң күңел моңдашы,

Тормош һуҡмаҡтарын артылғанда,

Көс-дәрт бирер тоғро юлдашы.

 

Ҡайҙа ғына кемдәр тыңлаһа ла,

Уны аңлай, уны үҙ итә.

Ҡурай моңо тылсым-көскә эйә - 

Таш йөрәктәрҙе лә иретә.

 

Күпме тапҡыр дуҫлыҡ илсеһеләй,

Донъя урап ҡайтты ҡурайым.

Шуға ла мин бөгөн рәхмәт әйтеп,

Ҡурайымды ҙурлап йырлайым.

 

Юлиә Әхмәтйәнова.

Фото: https://www.culture.ru/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас