+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
26 Апреля 2022, 10:10

Илһам тажы

 

Аяуһыҙ яҙмыш тулҡыны

Ғүмер ярҙарын йыуа.

Шул саҡ хыялдарҙан шытып,

Күңелдә шиғыр тыуа.

 

Ул буйһонмай һынауҙарға,

Ул - ирекле, ул - бөйөк.

Буй етмәҫтәй, үрелһәң дә

Тау өҫтөнә тау өйөп.

 

Әммә хистәр йүгән уға,

Уйымда йырлап-бейеп,

Йыһан киңлеген буйлайым,

Илһамдың тажын кейеп.

 

Зарина БАҒЫШАЕВА.

 

Фото: https://www.shkolazhizni.ru/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас