+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
4 Мая 2022, 17:20

Аяҡ баҫтыҡ тағын бер яҙға!

 

Эй, кешеләр, мәшәҡәттәр бөтмәй,

Туҡтағыҙсы, зинһар бер аҙға

Күрегеҙсе, талдар «көсөкләгән» –

Аяҡ баҫтыҡ тағын бер яҙға!

 
Ишетелә яҙҙың ауаздары,

Ҡош туптары ҡайта йыраҡтан,

Өр-яңынан тыуған тәбиғәттең

Сабый сағы килә ҡабаттан.

 
Һағындырған яҙғы сағыу төҫтәр,

Яҙ көтмәгән берәү бар микән?

Эй, кешеләр, бәхет түгелме һуң,

Яҙға аяҡ баҫтыҡ — беҙ иҫән!

 

Гүзәл Нурутҡолова.

vk.com

Аяҡ баҫтыҡ тағын бер яҙға!
Аяҡ баҫтыҡ тағын бер яҙға!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас