Яҙ һулышын тойоп, ҡалҡып сыҡты
Умырзая - тәүге гөл-сәскә.
Тыуған ерҙән йәшәү көсө алып,
Тирә-яҡҡа балҡып нур сәсә.
Күҙҙең яуын ала матурлығы,
Ә хуш еҫе, гүйә, бал ғына.
Яҡтылыҡты, яҙҙы маҡтап йырлай,
Таждарында уйнай наҙ ғына.
Юлиә КИРӘЕВА.
Фото: advisor.ru