+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Май 2022, 11:20

Еткерер мәрмәр таштар

 

Яҙҙар һайын илем тарихында

Ҡабатлана Еңеү байрамы.

Ветерандар хәтирәһен тыңлап,

Шып-шым булып тынып ҡалабыҙ.

 

Һуғыш яландарын ҡабат гиҙеп,

Тағы ла һөжүмгә ташлана.

Ятып ҡалған яуҙаштарын иҫләп

Ҡарт ветеран ауыр уфтана…

 

Байтаҡ йылдар шулай ҡабатланды,

Ветерандар яйлап аҙайҙы.

Ауылдарҙа улар хөрмәтенә

Обелиск, һәйкәл ҡуйылды.

 

Быйыл байрам төптө айырыла,

Оҡшамаған башҡа йылдарға.

Күптән түгел һуңғы һуғышсыбыҙ

Китеп барҙы фани донъянан.

 

Рәхмәт, тыныс тормош өсөн

Башын һалған һуғышсылар!

Исемеңде йәш быуынға

Еткерер мәрмәр таштар.

 

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: