+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
17 Май 2022, 05:45

Мин бит әле башҡорт ҡыҙы

Зөлфиә ХАННАНОВА

 

Үтәйемсе, атта елеп,

Тау-урманды, ялан-ҡырҙы,

 Саялығым нәҫелемдән

Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

 

Һығылып торған өҫтәлемдә

Ҡымыҙ ҙа бар, икмәк-тоҙо,

Тәбиғәттән ҡунаҡсылмын –

 Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

  

Йырлайымсы, күкрәк киреп,

Оҙон көйгә моңло йырҙы,

Күңелемдә меңйәшәр моң –

Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

  

Ата-бабам усағының

 Йөрәгемдә дөрләй ҡуҙы,

Төйәккенәм – Башҡортостан,

Ә мин үҙем башҡорт ҡыҙы!

Фото: nazaccent.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас