

Хозур тәбиғәткә хайран ҡалып,
Китеп барам йәмле Дим буйлап.
Бер аҙ моңһоуланам, бер шатланам,
Гүзәл бала сағымды уйлап.
Тирә-яҡты матурлыҡҡа күмеп,
Муйылдар ҙа сәскә атҡандар.
Зифа ҡайындар ҙа шундай сибәр,
Гүйә, улар алҡа таҡҡандар.
Йүкәләре ҡупшы ҡыҙҙармы ни,
Тирә-йүнгә хуш еҫ бөркәләр.
Әкрен иҫкән наҙлы елгә талдар
Нескә билкәйҙәрен бөгәләр.
Аҙым һайын үҫкән бәпембәләр
Оҡшап тора кескәй ҡояшҡа.
Һары төҫ ҡаплаған, әйтерһең дә
Ер әйләнгән йомшаҡ балаҫҡа.
Моңло йырын һуҙа йырсы ҡоштар,
Шаулап-гөрләп тора болондар.
Көмөш һыулы йылға тулҡындарын
Оҙатып ҡала уйсан баландар.
Юлиә Әхмәтйәнова.
Фото: fotocdn.net