

Шулай бер көн ҡолаҡ һалдым
Ҡоштарҙың һайрауына.
Ел, концерт була, тигәндәй
Иҫеп уҙҙы тын ғына.
Өҙҙөрөп һайрап ебәрҙе
Талға ҡунған һандуғас.
Түҙмәнем, мин дә ҡушылдым
Күңелем моңға тулғас.
Күгәрсендәр гөр-гөр килеп,
Иңләне зәңгәр күкте.
Сыйырсыҡ та ҡалышмайса
Донъяға моңон түкте.
Кескәй турғайҙар ҙа хатта
Дәртле йырҙарын һуҙҙы.
Ҡарлуғас та ҡушылғайны
Оло бер концерт булды.
Был ҡоштарҙан көнләшепме
Шырҡ-шырҡ килде һайыҫҡан.
Зарлы кәкүк тауышы ла
Ишетелде алыҫтан.
Юлиә КИРӘЕВА.
Фото: goodfon.ru