

Сыңлай һеҙҙең өсөн бөгөн
Һуңғы тапҡыр ҡыңғырау.
Күңелдәргә тынғы бирмәй
Өйкәй ҡатмарлы һорау.
Һеҙҙең алда юлдар саты-
Ҡайһыһынан китергә?
Ошо юлдарҙың ҡайһыһы
Бәхет-шатлыҡ килтерә?
Был һорауға яуап бирер
Бары тик һеҙҙең йөрәк,
Шуның өсөн тәү сиратта
Уны тыңларға кәрәк.
Һайлап алған юлығыҙҙан
Ҡыйыу алға барығыҙ.
Бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп
Йәшәү йәмен табығыҙ.
Тәүфиҡ, бәхет юлдаш булһын,
Ысын кеше булығыҙ.
Изге булһын һәр эшегеҙ,
Яҡты булһын уйығыҙ.
Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.
Фото: kazanfirst.ru