

«Кил тиҙерәк урманға,
Һөйләр хәбәрҙәр бик күп», —
Тип үҙ янына мине
Саҡыра яҙын кәкүк.
Танышып алыр өсөн
Эй, эҙләйем шул ҡошто.
Ә ул сәләм бирҙе лә
Әллә ҡайҙарға осто.
Гүйә, ваҡыт аҙ, тигәндәй,
Ҡалдырҙы яңғыҙымды.
Үҙе: «Кә-күк! Кә-күк!» — тиеп,
Һанай һәр бер аҙымды.
Вәт, әкәмәт, шул ҡош икән,
Белмәгәйнем бығаса.
Урман — тәбиғәт китабы
Шулай миңә сер аса.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Фото: tildacdn.com