+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
1 Июнь 2022, 08:15

Бала булып булмай, тик бала саҡ...

Рәми ҒАРИПОВ

Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп уҡыусылары Илназ Закиров, Ксения Йосопова, Артём Тереньтев, Мансур Маннанов, Ангелина Гәрәева, Илья Кузнецов, Мәрйәм Шәрәфетдинова, Арыҫлан Ҡадымов башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы Закирова менән.Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп уҡыусылары Илназ Закиров, Ксения Йосопова, Артём Тереньтев, Мансур Маннанов, Ангелина Гәрәева, Илья Кузнецов, Мәрйәм Шәрәфетдинова, Арыҫлан Ҡадымов башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы Закирова менән.
Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп уҡыусылары Илназ Закиров, Ксения Йосопова, Артём Тереньтев, Мансур Маннанов, Ангелина Гәрәева, Илья Кузнецов, Мәрйәм Шәрәфетдинова, Арыҫлан Ҡадымов башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы Закирова менән.

 

Бала булып булмай, тик бала саҡ —

Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;

Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,

Мәңге сафлап, наҙлан торған ел.

 

Һин донъяны яҡын күргең килһә,

Бала күҙе менән баҡ уға:

Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,

Иҫең китерлек бит донъяға!

 

Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ, тиеп һаман,

Болоттарға һуҙһам ҡулымды.

Ҡояш! Эй, һин, балалыҡ ҡояшым,

Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!

Бала булып булмай, тик бала саҡ...
Бала булып булмай, тик бала саҡ...
Бала булып булмай, тик бала саҡ...
Бала булып булмай, тик бала саҡ...
Бала булып булмай, тик бала саҡ...
Бала булып булмай, тик бала саҡ...
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас