+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
1 Июнь 2022, 04:25

Яҡты байрам

 

Бөгөн яҡты нур урғыла

Һәр бер бала йөҙөнән.

Балалар шарҙар тотҡан - 

Ниндәй тантана икән?

 

Белдем! Белдем! Был тантана

Арналған балаларға.

Яҡты киләсәк тә бит

Күсә беҙҙең ҡулдарға.

 

Бөгөн байрам! Барыһы ла

Бәхетле йылмаялар.

"Беҙ - бала саҡ иленән!" тип

Бейейҙәр һәм йырлайҙар.

Ирина ҠАҺИРОВА.

Фото: culture.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас