

Ҡаҙ бәпкәләрен эйәртеп,
Йылғаға төштө.
Һоҡланып күҙәттем әле
Шул күренеште.
Бәпкәләре үлән тиртә
Йәшел болонда.
Һары ғына йомғаҡ булып,
Әсәй янында.
Эйәрттем дә дүрт бәпкәмде,
Төштөм болонға.
Дүрт балам — дүрт һары бәпкәм,
Уйнай ҡырымда.
Хуш еҫ бөркөп, күҙен ҡыҫа
Шаян сәскәләр.
Йүгерә-йүгерә еләк тирә
Минең бәпкәләр.
Көҙҙәр еткәс, бәпкәләр ҙә
Үҫер, ҡаҙ булыр.
Ҡыштар етһә, йылға буйы
Ап-аҡ ҡар булыр.
Балалар ҙа ана шулай
Үҫеп етерҙәр.
Ҡыр ҡаҙҙары кеүек ситкә
Осоп китерҙәр.
Бер генә саҡ, ҡалай йылы
Әсәй ҡуйыны.
«Бәпкәм» тиеп һөйөр әсәй
Ғүмере буйы.
Ҡаҙ бәпкәләре йүгерә
Йылға буйында.
Еләк тиргән мәлдәрегеҙ
Ҡалыр уйымда.
Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.