

«Башҡорт халҡы һуғышсан» тип,
Тарихта тороп ҡалған.
Был, бер яҡтан, дөрөҫ булһа,
Икенсе яҡтан – ялған.
Сөнки башҡорт ҡылыс алған
Тик илен һаҡлағанда,
Ғорур башын яуҙа һалған,
Намыҫын яҡлағанда.
Ул теләгән азатлыҡта
Йәшәргә, иркен һулап.
Шуға күрә беҙҙә кеше
Күрешә ике ҡуллап.
– Ике ҡулым – ике ҡанат
Йәл түгел дуҫтарыма,
Ике түгел, береһе лә
Бирелмәҫ дошманыма!
Яуыз ниәт менән килһәң,
Ҡыҙғаныу-аяу көтмә,
Халҡымдың һуғышсан рухы
Юғары бейеклектә!
Беләләр быны Парижда,
Беләләр Берлинда ла:
Ул илбаҫар сифатында
Кермәне бер илгә лә.
Ә дуҫтары менән халҡым
Күрешә ике ҡуллап,
Ике ҡулын һуҙған саҡта,
Гүйә, ул әйтә һымаҡ:
– Бына һиңә ике ҡулым,
Ышан ҡоралым юҡҡа,
Һин ышанһаң, мин ышанам
Һинең дә тоғролоҡҡа!
Дуҫтар ихтирам итһендәр
Халҡымдың был йолаһын!
Ә дошман уның һуғышсан
Икәнен онотмаһын!
Зиннур БОҪҠОНОВ фотоһы. Һылтанма: vk.com.