

Иҫем-аҡылым,
Уйым-дәртем –
Бары бала, бары бала!
Шылт итһә лә, ҡанаттарым
Сабыйҙарҙы ҡамап ала.
Мин — инә ҡош! Мин — инә ҡош!
Мин тик ҡолаҡ, мин тик күҙмен.
Ҡорос тырнаҡ, ҡорос суҡыш!
Тейә алмаҫ мин бар саҡта
Һис кейек ҡош, һис кейек ҡош!
Мин — инә ҡош! Мин — инә ҡош!
Кемгә кәйеф, кемгә сафа,
Кемгә дау-яу, кемгә маҙа…
Ҡай бер ҡоштар шуны ҡыуа.
Ә миңә тик кәрәк бала!
Мин — инә ҡош. Мин — инә ҡош!
Миңә тыныс донъя кәрәк!
Артыҡ нәмә һорамаймы:
Мин — инә ҡош! Мин — инә ҡош!
Мәғлүмәт: vk.com