

Һай, тәбиғәт, тынғы белмәй,
Серҙәрен һөйләй, һөйләй...
Шул арала һиҙмәй ҡалдым,
Килеп еткән икән йәй.
Ана, шундай һылыу үҙе:
Йәм-йәшелдән күлдәге.
Шау сәскәле биҙәктәре -
Ер-Әсәнең бүләге.
Толомонда - ҡояш нуры.
Усында - ямғыр һыуы.
Уның шатлыҡ билдәһелер
Күктә йәйғор ҡалҡыуы.
Яҙҙы көҙгә тоташтырған
Күперҙер ул һылыу йәй.
Йыл да йәшел табын ҡороп,
Һәр кемде йомарт һыйлай.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Фото: stihi.ru