+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
17 Июня 2022, 06:55

Йәй

Динә ТАЛХИНА

  

Эй туғай буйлап сабам.

Эйелеп, еләк ҡабам,

Ағастарға һыйынам,

Ҡош йырына ҡойонам.

 

Аяҡ аҫтым гөл генә,

Аяҡ аҫтым гөл, үлән.

Гүйә, йәшел келәмдән

Кинәнеп атлап киләм.

 

Ҡош йыры ҡанат ҡуя,

Күтәреләм күктәргә.

Болоттарыҙы йыйып алып,

Теҙеп ҡуям ептәргә.

Фотола: Әлшәй районы, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы балалары.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас