

Дуҫ туғандан ҡәҙерлерәк,– тиҙәр,
Ышанмағыҙ, был һүҙ шыр ялған!
Дуҫың бит ул бер ҡарында ятып,
Икең бер әсәнән тыумаған.
Дуҫтарыма серем сисә алмайса,
Телем тешләп ҡалған саҡтарҙа,
"Ярай әле апайым бар!"- тип ҡыуанам да
Йәнем ярып һалам апайыма.
Беҙ бит бер ҡарында яралғандар,
Бер әсәнең ике күҙ нуры!
Ниндәй генә хәлгә тарығанда ла,
Онотмаһаҡ ине беҙ шуны.
Донъя бит был! Шулай булғас, ҡайсаҡ
Булыр үпкәләшкән саҡтар ҙа...
Үпкәләштек, тиеп сит-яттарҙан
Тел тейҙермәм ғәзиз апайыма.
Апай, апай! Онотмаһаҡ ине:
Беҙ был ерҙә мәңге түгелдәр...
Татыулыҡта үтһә ине беҙҙең
Алда йәшәйәсәк ғүмерҙәр.
Шәмсиә ЙЫҺАНГИРОВА
Фото: vk.com