Зәңгәр күктән нурлы ҡояш
Көн дә йылмайып баға.
Ҡайындар ҙа күркәмләнгән,
Димем дә йәйрәп аға.
Иртә таңдан төнгә саҡлы
Ҡоштар һуҙа йырҙарын.
Гүйә, улар маҡтай төҫлө
Ауылым баҫыуҙарын.
Төрлө-төрлө сәскәләрҙән
Балҡып тора болондар.
Күбәләктәр леп-леп оса,
Уйнап йөрөй ҡолондар.
Йылдың әле иң-иң матур,
Иң-иң күңелле сағы.
Йәйһылыуҡай күп шатлыҡтар
Килтерһен беҙгә тағы.
Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.
Фото: phonoteka.org