+24 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
20 Июня 2022, 07:55

Гүзәллек

  

Йәйһылыуҡай атлай ерем буйлап,

Ҡулдарында сәскә бәйләме.

Наҙлап, һөйөп үпкәс, ҡайыным да

Ебәк йәшел шәлен бәйләне.

  

Ҡошсоҡтарҙың моңло тауыштары

Тынғаны юҡ көнөн, төнөн дә.

Йәйге ямғырҙан һуң төҫлө күпер - 

Сағыу йәйғор балҡый күгемдә.

  

Ҡояш нурҙарында ысыҡ-тамсы

Ынйы мәрйен булып емелдәй.

Сылтыр-сылтыр килә көмөш шишмә,

Гүйә, үләндәргә сер һөйләй.

  

Был тәбиғәт үҙе бер мөғжизә,

Шундуҡ йәшеллеккә төрөндө.

Йәйһылыуҡай ғорур атлап йөрөй,

Гүзәллеккә күмеп илемде.

 

Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.

Фото: uploads/post

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас