

Сал тарихтан тыйнаҡ етәкләшеп
Ҡала уртаһына ҡайттығыҙ,
Асылына тоғро йәндәр аша
Таптығыҙмы юлды, ете ҡыҙ?!
Биҙәр өсөн генә ҡайтманығыҙ
Гүзәлдәрҙән-гүзәл илдәрҙе,
Ҡайттығыҙ һеҙ уйландырыр өсөн,
Уфтандырыр өсөн ирҙәрҙе…
Һиҫкәндерер өсөн ҡатын-ҡыҙҙы
Ҡосағында саҡта яттарҙың,
Һыҙландырһын өсөн көтмәгәндә
Күңел төпкөлөндә ятҡан моң.
Ете һылыу һыу сәсрәтеп уйнай,
Һағыштарын сайҡай Иҙелдә.
Үҙ илендә ҡол булырмы кеше,
Ҡол булмағас хатта сит илдә?!
Табанынан ҡан ағыҙып ҡайтҡан
Ете ҡыҙҙың һомғол буй-һыны
Һеңдерә бит йәнгә рух ныҡлығын,
Ватансылыҡ тигән тойғоно.
Милли асыл ерҙә тапалғанда,
Бик ваҡытлы бит һеҙ ҡайттығыҙ,
Сәңгелдәктә батырҙарҙы бәпләр,
Илдең ҡотон һаҡлар Ете ҡыҙ!
Фото: see.top