+29 °С
Болотло
VKOKTelegram
Шиғырҙар
25 Июнь 2022, 12:05

Бер-беребеҙҙе ҡәҙерләйек!

Зөлфиә ХАННАНОВА

 

Бер-беребеҙҙе кисерәйек,

Кисерәйек, кисерәйек,

Яуап тотор мәлебеҙҙе

Иҫебеҙгә төшөрәйек!

 
Бер-беребеҙҙе ҡәҙерләйек,

Ҡәҙерләйек, ҡәҙерләйек,

Донъя – фани. Үҙебеҙҙе

Ахирәткә әҙерләйек!

 
Бер-беребеҙҙе йыуатайыҡ,

Йыуатайыҡ, йыуатайыҡ,

Һуңғы сәфәр, һуңғы юлға

Доға менән оҙатайыҡ!

 
Бер-беребеҙҙе һағынайыҡ,

Һағынайыҡ, һағынайыҡ,

Ожмах беҙҙе осраштырһын –

Аллаһуға табынайыҡ!

  

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас