

Бергә уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ,
Уртаҡ тыуған илебеҙ,
Барыбыҙға ла ҡәҙерле
Беҙҙең ғәзиз еребеҙ.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Еребеҙҙә беҙ бәхетле
Дуҫлыҡ илендә тыуғас.
Байрамдар ҙа бергә үтә,
Йыр, шиғырҙар яңғырай,
Ҡурайсыбыҙҙы тыңлағыҙ –
Татыулыҡҡа дан йырлай.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Яуларбыҙ бейек үрҙәрҙе,
Беҙҙең теләк ауаздаш!
Фотола Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп уҡыусылары.