

Йәйҙең йәме - йәшеллектер,
Зәңгәр күктәр сағылы.
Был миҙгел һаҡлай үҙендә
Иң күңелле сағымды.
Теләк булһа, бар урманға -
Емеш-еләк түшәлгән.
Һис кенә лә баш тартма һин
Шифалы үләндәрҙән.
Һыу инәһең, йүгерәһең
Ҡояш менән ярышып.
Ямғырға ла ҡойонаһың,
Шатлыҡтан ярһып, шашып.
Аҙаҡ йәйғорло юлдан
Олғашаһың күктәргә.
Бушҡа ғына Йәйбикә
Оҡшамайҙыр күптәргә.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Фото: pomnim.com