+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
2 Июля 2022, 04:25

Ысыҡ

 

Үләндәргә иртәнге сәй  —

Саф ысыҡтың тамсыһы.

"Хәйерле сәғәт!"  — ти томан  —

Ысыҡтың ярҙамсыһы.

 

Сәскә тажы, йәшел һабаҡ

Гәлсәрҙәргә төрөнгән.

Таңғы сәйәхәткә ысыҡ

Инде күптән өйрәнгән.

 

Йәм-йәшел ҡыяҡтарҙан

Тәгәрәүе күңелле.

"Һаумы, донъя!"  — ти ысыҡ,

Ҡанатланғас күңелле.

 

З. БАҒЫШАЕВА.

 

Фото: yandex.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас