+11 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
3 Июля 2022, 12:20

Еләктә

 

Өләсәйгә иптәшкә

Барҙым әле еләккә.

Минең һауыт бәләкәй,

Ҙурын тотто өләсәй.

 

Тик бешкәнен йыябыҙ,

Эреләрен һалабыҙ.

Еләк йыйыу – бер эш ул,

Ял итеп тә алабыҙ.

 

Әллә нисә һауытты

Өләсәйгә бушаттым.

Сәскәләр ҙә йылмайҙы,

Өләсәй ҙә оҡшатты.

 

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА 

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас