+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
3 Июля 2022, 07:20

Оҙон каникул

Әлфинур ВАХИТОВА

 

Күк күкрәтеп ямғыр яуғас,

Йәшәрҙе урман, ялан.

Туғайҙарҙағы сәскәләр

Күҙҙәрҙең яуын ала.

 
Ҡояш бик иртә уяна,

Кәкүк саҡыра өҙөп.

Кескәй балалар йылғала

Уйнайҙар балыҡ һөҙөп.

  
Оҙон каникул башланды,

Йөрөмәйбеҙ мәктәпкә.

Күстек өр яңы синыфҡа,

Үҫтек тағы бер йәшкә.

 

Фото: sun9-32.userapi.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас