+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
2 Июль 2022, 21:00

Йәй

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА

 

Һәр көнөбөҙ – шатлыҡ ҡына,

Һөйөп үҫтерә илем.

Күп һөнәргә өйрәнәбеҙ,

Алабыҙ төплө белем.

 
Һау бул, мәктәп, көҙ еткәнсе,

Саҡыра борғо беҙҙе.

Мажаралы сәйәхәттә

Гиҙербеҙ илебеҙҙе.

 

Әйҙәп торған урман-тауҙың

Асырбыҙ әле серен.

Беҙ – буласаҡ хужалары

Ҡәҙерле тыуған ерҙең.

  

Фото: Гөлзиә Исхаҡова.

Йәй
Йәй
Йәй
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас