+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
5 Июль 2022, 07:40

Бала саҡ

 

Бала сағым… Йәшел үлән,

Әйтерһең, йомшаҡ келәм,

Шул келәмдән яланаяҡ

Мин әллә ҡайҙа еләм!
 

Күктә ҡояш. Бәп-бәләкәс

Болотҡай һибә ямғыр,

Бер шишмәнән икенсегә

Көйәнтә элгән йәйғор...

 
Эй йүгерәм һыу сәсрәтеп

“Сепейле” тәпәй менән,

Ә һауа?! Ҡаймаҡ шикелле –

Ашарлыҡ әпәй менән!

 

Ҡойроғон өҫкә күтәреп

Янымдан саба ҡолон,

Мин көләм, ҡолоном кешнәй –

Гөр килеп тора болон!
 

Тышаулы бейә борсолоп

Тауыш бирә, саҡыра.

Мине лә көтә әсәйем,

Хәҙер, ҡолон, саҡ ҡына!
 

…Сабып үтте бала сағым,

Әкиәт донъя һымаҡ:

Үләндәр ҙә бейек ине,

Йәйғор ҙа сағыуыраҡ.
 

Ямғырҙар ҙа йылы ине,

Борсаҡтай ине ысыҡ…

Алыҫыраҡ киткән һайын

Һағындыра бала саҡ.


Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас