+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
5 Июль 2022, 04:40

Ҡурай моңо

 

Күкрәк киреп тауҙың итәгендә

Ҡурай тарта башҡорт егете.

Аҡ ҡайындар тәрән уйға сумып,

Онотолоп тыңлай егетте.

  

Ҡурай көйләй, гүйә, тарих һөйләй,

Хәтерләтеп үткән көндәрҙе;

Яҡташтарҙың яҡты һағыштарын,

Алыҫ ҡалған айлы төндәрҙе…

  

Онотолмаҫ халҡым үткәндәре,

- Йәшәйештең ҡәҙере шундалыр.

Халыҡ йөрәгенән моң алғанға

Ҡурайҡайы тынмай шуғалыр.

 

Рәйлә ХИСМӘТУЛЛИНА.

 

Фото: kulturarb.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас