

"Балам балаһы балдан да татлы" -
Халыҡ мәҡәлде әйткән бик тапҡыр.
... Беҙҙең ғүмер гел эш менән үтте,
Эш араһында балалар үҫте.
Хөкүмәт эше, йорт-ҡура эше...
Арманһыҙ булып йәшәне кеше.
Эштә йөкләмә, план ит-майға,
Йүгермәһәң бит үтәп булмай ҙа,
Йәйәү йөрөнөк, машина ҡайҙа...
Кәйефебеҙ шәп булды шулай ҙа.
Балалар үҫте үҙ аллы булып,
Йәшәйҙәр матур ғаиләләр ҡороп,
Бәпәй алыуға ялға сығалар,
Иркәләп, наҙлап бала бағалар,
Ҡарап уларға һөйөп, һоҡланып,
Үҙгәрештәргә торам таң ҡалып,
Үҫә балалар иркә һәм наҙлы -
Иркәләү һис тә боҙмай баланы...
Балам балаһы балдан да татлы, -
Йә, Раббым, үҙең һаҡла уларҙы:
Яңылышыуҙарҙан, абыныуҙарҙан,
Хата аҙымдар яһап ҡуйыуҙан.
Боҙоҡлоҡтарҙан, зинһар, йыраҡ ит,
Яман уйҙарҙан күңелен азат ит,
Күңелдәренә һал тик изгелек
Ғүмерҙәренә тиклем етерлек.
"Балам балаһы балдан да татлы", -
Аллаһым, үҙең һаҡла уларҙы.
Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы, Ҡолғана ауылы.
Фотола: Бәхетле өләсәй Зәйтүнә Айытбаева ейән-ейәнсәрҙәре менән.