+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
7 Июля 2022, 04:35

Июль

 

Йәй уртаһы июль тыуҙы -

Урман, ҡырҙы һөйҙөргөс,

Үләндәрҙе йыға биреп,

Сырт-сырт еләк өҙҙөргөс.
 

Суп-суп итеп һыу индергес,

Кәмәләрҙә йөҙҙөргөс,

Минеке бул, һөйәм бит тип,

Кәләштәрҙе күндергес.
 

Салғыларҙы барлап алып,

Саж-сож бесән саптырғыс,

Йәйге көн йыл туйҙыра, тип

Юҡ ваҡытты таптырғыс.
 

Йәй уртаһы июль тыуҙы,

Июль тыуҙы - йәм тыуҙы.

Йәне булған, ғәме булған

Күңелдәргә сәм тулды.

  
Наилә ХӘМБӘЛИЕВА.

 

Фото: ogorodnikov.ru  

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас