

Уҡымлы баҫмалар күп ул,
Беҙҙең дан «Йәншишмә»ләй.
Һәр бер һаны – серле, нурлы,
Күңелдәрҙе иркәләй!
Һәр бер битен шәп әҫәрҙәр,
Матур һүрәттәр йәмләй.
Дуҫтар, дәррәү яҙылайыҡ, –
Зинһар, аҡса йәлләмәй!
Бына тағы күңелемде
Илһам баҫа, иркәләй.
...Гөрләп торһон бар матбуғат,
Мәңге тере шишмәләй!