+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
9 Июль 2022, 11:00

Тоғро дуҫым, йор юлдашым

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

 

Берәү һорай: “Әйтсе, зинһар,

Яҡын дуҫың кем һинең?”

Мин уға: “Иң тоғро дуҫым,

Саф намыҫлы, йор юлдашым –

Һөйөклө китап”, – тинем.
  

Китап – белем донъяһының

Тылсымлы бер инеше,

Ошо тылсымлы инештән

Бөтә ғүмере буйына

Ҡөҙрәт ала һәр кеше!
 

Китап – рухи хазинабыҙ,

Йәнгә ул дауа һымаҡ.

Ҡәҙерен белгән кешегә

Китап бит бик-бик кәрәк

Икмәк, һыу, һауа һымаҡ!

  

Фото: sun9-20.userapi.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас